Башҡортостанда һыуҙа һәләк булыусылар һаны арта

Көндәр эҫетеү менән республикала һыу ҡорбандары артты. Фәжиғәле хәлдәрҙең береһе Мишкә районы Баймырҙа ауылында теркәлгән. Урындағы быуанан 12 йәшлек малайҙың кәүҙәһе сығарылған. Бала атаһының күҙ алдында батып үлгән. Тағы бер осраҡ Өфөнөң Королев ауылында була. Өршәк йылғаһында 72 йәшлек ир ейәнен ҡотҡарырға маташҡанда үҙе һыу төбөнә китә. Малай үҙе зыян күрмәгән. Өсөнсө фажиғәле хәл Ҡариҙел районында теркәлгән. 50 йәшлек ир катерға тағылған мендәр менән йөҙөп барғанда һыуға ҡолаған. Бөгөн уның кәүҙәһен водолаздар таба. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярышлы, йыл башынан республика һыу ятҡылыҡтарында 40-тан ашыу кеше һәләк булған. Бәхетһеҙ осраҡтарҙың артыуын иҫәпкә алып белгестәр Башҡортостан халҡын һыу объекттарында айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы. Улар махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инергә рөхсәт ителә, унда ҡотҡарыу постары дежурлығы ойошторолған һәм медицина ярҙамы шунда уҡ күрһәтелә ала, тип иҫкәртә. Эскән килеш, таныш булмаған урындарҙа һыу инеү ҡәтғи тыйыла. Балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ