18-40 йәшлек граждандарҙа липопротеин кимәлен билдәләп, инфаркт, инсульт һәм атеросклероз кеүек киҫкен хәлдәргә килтереү ихтималлығы ҡарала. Шулай уҡ репродуктив сәләмәтлеккә комплекслы баһа бирелә башланы. Ҡатын-ҡыҙҙар кеше папилломаһы вирусына анализ һәм шыйыҡ цитологик тикшереү үтә ала, был, яман шеш ауырыуҙарын иртә асыҡлау мөмкинлеген арттыра. Тәүге ярты йыллыҡта Республика йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы үҙәгендә кеше папилломаһы вирусына 32 меңдән ашыу проба алынған, ә өс мең ярымдан ашыу ҡатын-ҡыҙҙа балаятҡы муйынтығының күҙәнәк статусы ҡаралған. Скрининг һөҙөмтәләре буйынса өс пациентта яман шеш асыҡланған, шулай уҡ тикшереү үткән граждандарҙың биш процентында сир барлыҡҡа килеү хәүефе юғары булыуын күрһәткән. Белгестәр диспансер тикшереүен ваҡытында үтергә саҡыра.



