Башҡортостанда алдағы ҡыш миҙгеленә мал аҙығы әҙерләнә

Бөгөнгә 95 мең гектарға яҡын мал аҙығы культуралары сабылған. Даими яуған ямғыр арҡаһында аграрийҙар төп иғтибарҙы сенаж әҙерләүгә йүнәлткән. Әле улар соҡорҙарға 390 мең тонна йәшел масса һалған, был планға ҡарата 36 процент.

Бесән күләме 27 мең тоннаға еткән. Был пландың 5 проценты. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, шартлы мал башына яҡынса 4 центнер аҙыҡ берәмеге тупланған. Сенаж әҙерләү буйынса Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары алда бара-һәр береһендә 40 мең тоннанан ашыу һутлы мал аҙығы һалынған. Һуңғы көндәрҙең аяҙ тороуын иҫәпкә алып эш тиҙләтелгән. Дөйөм алғанда, республикала шартлы мал башына 28 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләү бурысы ҡуйылған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ