«Геройҙар ғаиләләренең көсө». Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары өсөн ойошторолған фестиваль шулай аталды. Ул Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды. Был сара 2023 йылдан ғәмәлгә ашырылған социаль проекттың бер өлөшө. Уның төп бурысы-Ватан һаҡсыларының яҡындары тураһында хәстәрлек күреү. Йәғни, яҡын кешеләре ил һағында торғанда уларҙы өйҙә көткән, балалар тәрбиәләгән һәр кемгә рәхмәт белдереү өсөн яҡшы мөмкинлек.
Фестиваль ҡунаҡтары өсөн төрлө уйындар, психолог һәм юрист консультацияһы, ижади майҙансыҡ, оҫта ҡулдар күргәҙмәһе һәм фотозона әҙерләнде. Яугирҙарҙың ғаиләләре сәхнәлә концерт номерҙары ла тәҡдим итте. 8 июлдә иһә Өфөнөң «Ғаилә» скверында дөйөм ҡала сараһы байрамдың төп ваҡиғаһы буласаҡ.



