Йылға һәм диңгеҙ флоты хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Өфөнөң Затон биҫтәһендә ғаилә фестивале үтте. Сара Ленин районының 90 йыллығы уңайынан брендлы проект булараҡ тормошҡа ашырылды. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары урында төрлө спорт ярыштарында, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Шулай уҡ майҙанда диңгеҙ флотын сағылдырған күргәҙмәләр һәм фотозоналар эшләне. Байрамдың төп сараһы «Тулҡын» мәҙәниәт һәм ял паркы сәхнәһендә уҙҙы.. Дәртле йыр-бейеүҙәр менән бергә, мауыҡтырғыс конкурстар ҙа ойошторолдо. Әйткәндәй, Йылға һәм диңгеҙ флоты хеҙмәткәрҙәре көнө 1980 йылдан рәсми билдәләнә. Һөнәри байрам йыл да июлдең беренсе йәкшәмбеһендә үтә.
Затон биҫтәһендә йәшәүселәр Йылға һәм диңгеҙ флоты хеҙмәткәрҙәре көнөн күтәренке күңел менән ҡаршы алды. Һәм был осраҡлы түгел. Затон ошо өлкәгә бәйле төрлө саралар ойошторолоуы менән айырыла. Рәсәй флотына йәш белгестәр әҙерләгән Волга буйы дәүләт һыу транспорты университеты шуларҙың береһе. Шулай уҡ уҡыу йортоноң педагогик коллективы, диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндәрҙең күбеһе тап ошо биҫтәлә йәшәй. Яҡуп Әхмәтов урамындағы 316-сы йортта йәшәүселәр йылға һәм диңгеҙ флоты хеҙмәткәрҙәре көнө хөрмәтенә һәйкәл асты. Тантаналы сарала бик күп халыҡ ҡатнашты. Улар араһында диңгеҙ флоты ветерандары ла бар ине. Әйткәндәй, карап элементтарын сағылдырған һәйкәл тап урындағы халыҡ башланғысында тормошҡа ашырылған.



