Баймаҡта агросәнәғәт колледжы яңы белгестәр сығарҙы

Баймаҡта Зекериә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары өсөн сығарылыш кисәһе үтте. Диплом тапшырыу тантанаһында колледжды тамамлаусыларҙан тыш, уларҙың ата-әсәләре, яҡындары йыйылды.

Кисәге студенттар, бөгөн-дипломлы белгестәр. Баймаҡ ҡалаһының Зәкәриә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжын тамамлаусыларға дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте. Быйыл талап ителгән эшсе һөнәрҙәрен үҙләштергән 128 студент уҡыуҙы тамамлау тураһында документтар алды, шуларҙың 7-һе «ҡыҙыл» дипломға лайыҡ булды.

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжын быйыл дөйөм алғанда 324 студент тамамланы, шуларҙың 19-ы ҡыҙыл дипломға лайыҡ булды. Сығарылыш кисәһендә урта һөнәри белем тураһындағы документтан тыш, өҫтәмә белем алғандарға төрлө йүнәлештәге танытмалар тапшырылды.

Был колледж Баймаҡтың алдынғы урта һөнәри белем биреү учреждениеларының береһе булып тора, ул ауыл хужалығының төп тармаҡтары өсөн кәрәкле белгестәр әҙерләй. Әлеге мәлдә Баймаҡ ҡалаһы, Урғаҙа, Иҫке Собханғол, Әбйәлил ауылдарындағы филиалдарында 14 төрлө һөнәр буйынса 994 студент белем ала. Улар өсөн махсуслаштырылған 4 уҡыу майҙансығы эшләй. Уҡыу йылдарында студенттар һөнәрен үҙләштереп кенә ҡалмай, ысын тормош тәжрибәһе лә туплай.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ