Ул Дон һәм Көньяҡ Рәсәй казактарының, боронғо традицион хәрби-спорт уйындарын һәм күнекмә ярыштарын үҙ эсенә ала. Сара тәүгә ойошторолоуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан казактарынан тыш, илдең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Атамандар үҫеп килеүсе быуынға һөнәри тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Һыу тултырылған пластик һауыттарҙы һыбайлы килеш сабыу төп тамашаларҙың береһе булды. Өйрәнсектәр ҙә ситтә ҡалманы. Улар баһалама ағзалары иғтибарына шулай уҡ ҡылыс менән идара итә белеү мәҙәниәтен күрһәтте. Урында казактарҙың төп атрибутикаһын сағылдырған махсус күргәҙмә лә ойошторолғайны. Йәмәғәтселек араһында үҙенең ҡул эштәре менән киң билдәле Алмаз Сәйфуллин ҡамсының төрлө өлгөләре менән таныштырҙы.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта республикала тиҫтәнән ашыу казактар ойошмаһы иҫәпләнә, уларҙа 300-ләп кеше ағза булып тора. Башҡортостан казактарының тарихы Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалынған осорға барып тоташа. Казактар дәүләтселекте һаҡлауға тос өлөш индергән, шуға ла бөгөн боронғо йолаларын тергеҙеү буйынса төрлө яҡлы саралар алып барыла. Башҡортостан казактары мәҙәни фестивалдәрҙә һәм төрлө ижади проекттарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Киләсәктә был эшмәкәрлекте тағы ла йәнләндереү күҙаллана. Әлеге сара киләсәк башланғысҡа нигеҙ һалды.



