Таштамаҡ сиркәүенә газ үткәрергә ярҙам кәрәк

Ғаилә тарихын сағылдырған ғибәҙәтхана. Ауырғазы районы Таштамаҡ ауылындағы сиркәү үҙенсәлекле тарих һаҡлауы менән билдәле. Ул 2007 йылда сафҡа ингән. Бина янғындан һуң, яңынан тергеҙелгән. Диндарҙар әле уны зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу теләге менән яна. Улар меценанттар ярҙамына мохтаж. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ульяновск өлкәһенән Стәрлетамаҡ ҡалаһына ҡунаҡҡа килгән Марина Еремина юл ыңғайы Таштамаҡ ауылы сиркәүенә лә һуғылды.Ул йола буйынса дини йырҙар башҡарып, күңелен бушатып сыға.

Ғибәҙәтханаларға мин 2007 йылдан йөрөйөм. Тәүҙә табыныр өсөн генә булһа, бөгөн хорҙа йырлайым. Белгәндәремде башҡаларға ла өйрәтәм. Миңә ҡарап өлгө алыусылар ҡыуандыра.

Марина Ерёмина, Ульяновск өлкәһендә йәшәүсе

Таштамаҡ ауылында 2007 йылда сафҡа ингән сиркәүгә төрлө дини конфессия вәкилдәре килә. Ғибәҙәт ҡылыу урынынан тыш, ул ғаилә тарихын да сағылдыра. Ауырғазылар үҙенсә Һиндостандағы кеүек уны урындағы Тадж махал тип йөрөтә.

Сиркәү беҙҙең ғаилә өсөн мөһим, ҡәҙерле урын. Сөнки, әсәйем баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң, атайым ошо изге йортҡа нигеҙ һалды. Бөгөн беҙ бында төрлө дини йолалар менән бергә, яҡын кешебеҙҙең рухын шатландырырға йыш киләбеҙ.

Изабелла Данилова

Сиркәүҙән, ысынлап та, кеше өҙөлмәй. Төрлө төбәктәрҙән киләләр. Икона кеүек төрлө изге әйберҙәр менән дә халыҡ йыш бүлешә. Был паникадило мәҫәлән, махсус хәрби операция яугирынан ҡалған иҫтәлек. Әйткәндәй, әлеге ғибәҙәтхананы төҙөткән Федор Данилов әлеге ваҡытта ил сиген һаҡлай.

Күптән түгел сиркәүгә яңы мейес сығарҙыҡ. Был бер яҡтан һәйбәт, икенсенән яйһыҙ. Сөнки, йыл да утын әҙерләргә тура килә. Былтыр Изабелла мәҫәлән, 76 мең декрет аҡсаһына һатып алынған утынды яҙ еткәнсе яҡтыҡ. Әгәр бина зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылһа, бындай мәшәғәттәр булмаҫ ине.

Зинаида Степанова, Таштамаҡ ауылында йәшәүсе
Башбат

Ауылдаштар киләсәктә сиркәүҙең эргә-тирәһен төҙөкләндерерҙәй, уны зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырырға меценант эҙләй. Шулай уҡ райондың туристик объектына индерергә теләктәре лә бар. Сөнки, урындағы халыҡ фекеренсә, ғаилә тарихын сағылдырған ғибәҙәтханалар республикала башҡа юҡ.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ