Радий Хәбиров махсус операцияла яҡташтарҙың ҡаһарманлығын билдәләне

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ еңеүгә лайыҡлы өлөш индерә. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров яҙҙы. Рәсәй Ҡораллы көстәре подразделениелары, шул иҫәптән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон, Донецк Халыҡ республикаһының Константиновка ҡалаһын планлы рәүештә азат итеүҙә ҡатнаша. Донецктан 55 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан был тораҡ пункт Украина ҡораллы көстәренең иң ҙур нығытмаларының береһе булып тора. Ҡала дошманды Краматор-славянск йүнәлешендә ҡорал менән тәьмин итеүҙә төп роль уйнай, төбәктә ҙур транзит тимер юл үҙәге урынлашҡан. Вокзал районында төшөрөлгән видеоҙмала штурм подразделениеһы яугирҙарының Рәсәй һәм Шайморатов исемендәге башҡорт ирекле батальоны байраҡтарын йәйеүе күренә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ