Бөгөн журналист һәм яугир Рафиҡ Әхмәтшинға 50 йәш

Бөгөн журналист һәм яугир Рафиҡ Әхмәтшинға 50 йәш

Бөгөн коллегабыҙ Рафиҡ Әхмәтшинға 50 йәш. Рафиҡ Үзбәк улы 20 йылдан ашыу БСТ телеканалында эшләне. Уның репортаждары халыҡ араһында ҙур танылыу алды. Һөнәрҙәшебеҙ рөхсәтһеҙ таш сығарыу мәсьәләһенә арналған материалдар шәлкеме өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ булды. Рафиҡ Әхмәтшин мәшһүр генерал Миңлеғәли Шайморатовтың исемен мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән кешеләрҙең береһе. Донбасҡа барып, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы үткән юлдан йөрөнө, репортаждар әҙерләне.  2023 йылда коллегабыҙ Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, фронтҡа юлланды. Бөгөн ул “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. “Журналист” ҡушаматын  алған.

Бөгөн журналист һәм яугир Рафиҡ Әхмәтшинға 50 йәш
Фото №1 - Бөгөн журналист һәм яугир Рафиҡ Әхмәтшинға 50 йәш

Рафиҡ Әхмәтшиндың коллегалары һәм яҡындары 50 йәшлек юбилейы уңайынан бүләк әҙерләгән. Уның “Башҡортостан” полкы яугирҙарына арналған яҙмаларынан торған “Ил улдары Ватан һағында” тигән китап сығарған.

Фото №2 - Бөгөн журналист һәм яугир Рафиҡ Әхмәтшинға 50 йәш
Бөгөн журналист һәм яугир Рафиҡ Әхмәтшинға 50 йәш

Рафиҡ Әхмәтшин фронтта күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Луганск Халыҡ Республикаһының “Батырлыҡ өсөн” һәм “Бурысҡа тоғролоҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Ул шулай уҡ Генерал Шайморатов миҙалы кавалеры. Былтыр алғы һыҙыҡтан әҙерләгән репортаждар шәлкеме өсөн республиканың "Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ" премияһына лайыҡ булды. Уның аҡсаһы "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкында булдырылған блиндаж-студияға ҡорамалдар һәм техника алыуға тотонолған. Коллегабыҙҙы 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Именлек, сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләйбеҙ. 

Фото №3 - Бөгөн журналист һәм яугир Рафиҡ Әхмәтшинға 50 йәш
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ