Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быйыл 845 берәмек техника ҡайтарылған. Уларҙың хаҡы 5 миллиард һумдан ашыу. Былтыр Башҡортостан хужалыҡтары 2 мең 249 техника алған. Автопаркты яңыртыу 14 миллиард һумға төшкән. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәйҙә 4-се урында тора.




