“Авиа урман һағы” мәғлүмәттәре буйынса, был айҙа Башҡортостандың көньяҡ һәм көнсығыш төбәктәрендә ут сығыу ихтималлығы юғары була. Әбйәлил, Бөрйән, Көйөргәҙе, Учалы һәм тағы ла 10-дан ашыу район хәүефле биләмәләр исемлегенә индерелде, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан. Был райондарҙа урмандарҙы ерҙән һәм һауанан күҙәтеү арттырыла. “Урман һаҡсыһы” системаһы камералары көсәйтелгән режимда эшләй. Ведомство башлығы Марат Шәрәфетдинов халыҡты иғтибарлы булырға саҡырҙы.




