Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә хәбәр итеүенсә, хәрби частар урынлашҡан урындарҙа ваҡытлыса һайлау участкалары булдырыла һәм уларҙың эшен ойоштороуҙа ҡануниәт тарафынан рөхсәт ителгән бөтә варианттар ҙа файҙаланыласаҡ. Хәрбиҙәргә ваҡытынан алда йәки участкаларҙан тыш, шарттарға ярашлы тауыш биреү мөмкинлеге бирелә. Ә 18-20 сентябрҙә отпускыла булғандар гражданлыҡ бурысын йәшәгән урыны буйынса үтәй ала.



