Йолалар уларҙы һаҡлаусылар ҡулында йәшәй. Йылайыр районының Таллыҡ яланында икенсе йыл рәттән «Бесәнселәр бәйгеһе» үтте. Ҡәнзәфәр һәм Ҡашҡар ауыл биләмәләре ойошторған сарала Ҡырмыҫҡалы һәм Баймаҡ райондары вәкилдәре лә ҡатнашты. Ярыш төрлө быуын вәкилдәрен йыйҙы, әммә иң өлкән ҡатнашыусының йәше барыһын да таң ҡалдырҙы. Йомағужа ауылынан 91 йәшлек Шәмсинур Ҡолғарина йәштәрҙән ҡалышмай яҫмаларға йәшел үлән һалды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр бәйгелә 82 йәшлек Сәғирә Солтанова барыһын да хайран иткәйне. Ойоштороусылар уны, иң өлкән бәйгесе булараҡ, махсус приз менән бүләкләне.



