Өфөлә хайуандарға ҙур ярҙам үҙәген төҙөү өсөн аҡса йыйыу башланды

Хәйриә сараһы баш ҡала клубтарының береһендә үтте. Бында килеүселәр проект менән яҡындан танышты. Эт-бесәйҙәр өсөн тәғәйенләнәсәк объект төҙөлөшөнә 50 миллион һум аҡса талап ителә. Ул вольерҙар, ветеринария клиникаһы һәм персонал өсөн йәшәү урындарын үҙ эсенә алыр тип көтөлә. Ошонда уҡ хайуандар һәм уларҙың хужалары өсөн ҡунаҡхана ла буласаҡ. Бынан тыш, айырым биләмәлә ҡырағай йәнлектәргә ярҙам итеү планлаштырыла. Ойоштороусылар ике йыл эсендә кәрәкле сумманы йыйып, проектты тормошҡа ашыра аласағына ышана. Һәм асылда йортһоҙ хайуандар һыйыныр урын булдырырға, ә һуңынан уларға хәстәрлекле хужа табыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ