Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ял көндәрендә 6 кеше һыу ҡорбаны булған. Ведомствоның матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова һөйләй.
Республикала бөгөн урыны менән күк күкрәүе, боҙборсаҡ яуыуы көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәшен ваҡытында һыу инмәҫкә һәм кәмәлә йөҙмәҫкә кәңәш итә. Көслө ел ваҡытында ышыҡ урында ҡалыу хәйерле.




