Башҡортостанда һайлауға әҙерлек һәм йылытыу миҙгеле мәсьәләләре ҡаралды

Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауға әҙерлек башланды. 18-20 сентябрҙә республикала шулай уҡ «Ҡыҙыл» округы буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға, Өфө ҡала советына һәм урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлана. Сәйәси кампанияға әҙерлек тураһында бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һүҙ барҙы. Дүшәмбе кәңәшмәһендә Сәләмәтлек үҙәктәренең эшмәкәрлеге, коммуналь хеҙмәттәрҙе йылытыу миҙгеленә әҙерләү барышы ла ҡаралды. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Йәмәғәт эшмәкәре, блогер, параальпинист Рөстәм Нәбиевтың исеме барыһына ла яҡшы таныш. Омскиҙа хәрби хеҙмәтен үтәгәндә казарма емерелеү һөҙөмтәһендә ике аяғын да юғалтҡан егет йәшәү дәртен һүндермәй. Ул ҡулдарында донъяның иң бейек тауҙарына артылған кеше, һуңғы тапҡыр Рөстәм Нәбиев быйыл яҙ Эверестҡа менде. Радий Хәбиров ҡаһарман яҡташыбыҙҙы генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне.

Рөстәм Нәбиев киләсәктә паральпинизм менән шөғөлләнеүен дауам итергә, донъяның иң бейек тау үрҙәрен яуларға ниәтләй. Шулай уҡ ул сәйәсәттә лә тәүге аҙымдарын яһап тора, Рөстәм Илгиз улы хәҙер «Яңы кешеләр» партияһы ағзаһы, инклюзия буйынса комитет рәйесе, хәйриә фонды ла ойоошторған. Мин үҙемдең миҫалымда яҙмыш һынауҙарына бирешмәҫк өйрәтәм, ти ул.

Оператив кәңәшәмәлә сентябрҙә үтәсәк һайлау тураһында ла һүҙ барҙы. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов хәбәр итеүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар Дәүләт Думаһына һайлауҙа үҙ тауышын бирә ала. Хәрби частәрҙә ваҡытлыса һайлау участкалары булдырыла һәм уларҙың эшен ойоштороуҙа ҡануниәт тарафынан рөхсәт ителгән бөтә варианттар ҙа файҙаланыласаҡ. Хәрбиҙәргә ваҡытынан алда йәки участкаларҙан тыш, шарттарға ярашлы тауыш биреү мөмкинлеге бирелә. Ә 18-20 сентябрҙә отпускыла булғандар гражданлыҡ бурысын йәшәгән урыны буйынса үтәй ала.

Оператив кәңәшмә шулай уҡ коммуналь хеҙмәттәрҙең йылытыу миҙгеленә әҙерлеге, сәләмәтлек үҙәктәренең эшмәкәрлеге тураһында һүҙ барҙы. Әлеге ваҡытта республикала халыҡтың һаулығы, профилактика эшмәкрлеге менән шөғөлләнгән 24 үҙәк эшләй, уларға йыл башынан ғына 80 меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән.

Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәләдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов республиканан махсус хәрби операция зонаһына 180-се гуманитар ылау оҙатылыуын белдерҙе. Ул шулай уҡ халыҡты уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡырҙы. Бөгөн, мәҫәлән, «пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефһе» режимы 5 сәғәт буйы дауам иткән. Өфө аэропортында 20 рейс тотҡарланған, 11 самолет ваҡытында оса, 15-һе ултыра алмаған. Һыу объекттарында ла иғтибарлы булыу шарт, тине Кирилл Первов.

Оператив кәңәшмәлә «Асы» шифаханаһының эшмәкәрлеге лә ҡаралды. Учреждение махсус хәрби операция яугирҙарын реабилитациялау буйынса һөҙөмтәле эш алып бара. Бөтәһе 1 мең 500 тирәһе яугир шифаханала сәләмәтлеген нығытҡан.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ