«Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостандың машиналар эшләү, химия сәнәғәте, импортты алмаштырыу өлкәһендәге ҡаҙаныштары күрһәтелә, шулай уҡ 2025 йылда сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелегенә йомғаҡ яһала. Форум сиктәрендә беренсе килешеүгә ҡул ҡуйылды ла инде. Документҡа ярашлы, Башҡортостан менән Силәбе өлкәләре Хөкүмәттәре хеҙмәттәшлек итәсәк. Республика «Иннопром»да уникаль станоктар эшләү кластерын булдырыу һәм әлбиттә, пилотһыҙ осоу апппарттарының төбәк ғилми-производство үҙәген асыу тәжрибәһе менән уртаҡлаша.



