Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, тейешле документтар ҡабул ителеп, башҡарылырға тейеш саралар планы раҫланған. Эш темптары уҙған йылдар кимәлендә һаҡлана. Төбәктең инженер селтәрҙәрен яңыртыу авария осраҡтарының кәмеүенә лә килтерә. Ремонт һәм реконструкция һөҙөмтәләре менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Өфөнөң Ғафури урамында өсөнсө йыл рәттән ер эштәре башҡарылып, йылылыҡ селтәрҙәре яңыртыла. Һикһәненсе йылдарҙа һалынған торбалар этаптарға бүлеп алмаштырыла, хәҙер диаметры буйынса ла улар күпкә киңерәк, барлыҡ система контроль датчигы менән тәьмин ителгән. Өфө инженер селтәрҙәре предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡала үҙәгендә бер-бер артлы күп ҡатлы йорттар күтәрелә, шуға ҡулланыусыларҙы өҙлөкһөҙ рәүештә йылы һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен дә ваҡытында хәл итергә кәрәк.
Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре компанияһы ла йылытыу миҙгеленә әҙерлек эшен ҡала хакимиәттәре тарафынан раҫланған графикҡа ярашлы алып бара. Инженер селтәрҙәр һәм ҡорамалдар, үҙәк йылылыҡ пункттары, ҡаҙанлыҡ цехтары төҙөкләндерелә. Пенополиуретан изоляцияһы булған торбаның өҫтөнлөктәре күп, файҙаланыу ваҡыты күпкә оҙағыраҡ, шулай уҡ ҡулланыусыны ресурс менән тәьмин иткәндә йылы юғалтыу күрһәткесе лә күпкә кәмерәк булыуы күҙәтелә.
Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған оператив кәңәшмәлә төбәктә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарының алдағы көҙ-ҡыш осорона әҙерлек кимәле 34 процентҡа етеүе билдәләнде. Ун дүрт саҡрым йылылыҡ селтәре, 33 ҡаҙанлыҡ һәм 42 насос ремонтланған, шулай уҡ күп ҡатлы йорттарҙа йылылыҡ системаһы, вентиляция каналдары һәм төтөн юлдары ҡаралған.
Быйыл «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Коммуналь инфраструктураны яңыртыу» федераль программаһы сиктәрендә илле саҡрым инженер селтәрҙәр ремонтланасаҡ. Барлыҡ эш авария участкаларын кәметеүгә, халыҡты сифатлы хеҙмәтләндереүгә йүнәлтелгән. Мәләүездә ҡаҙанлыҡ, Талбазыла йылы менән тәьминәт системаһы реконструкцияһы ойошторолған, шулай уҡ Белорет ҡалаһы, Хәйбулла, Саҡмағош райондарында капиталь ремонт эштәре бара.
Гөлназ Хәйбуллина



