Барлыҡ ҡарарҙар һәм процестар үҙәгендә клиент. Өфөлә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең һалым хеҙмәттәре эшенә тап ошо идара итеү стратегияһын индереү буйынса эшсе төркөм ултырышы башланды. Эшлекле программа 11 июлгә тиклем дауам итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡунаҡтарҙы сәләмләп, Халыҡ-ара кимәлдәге сараның һөҙөмтәле һәм юғары кимәлдә үтәсәгенә ышаныс белдерҙе.
Бөгөн төбәктең һалым хеҙмәте генә йөҙәрләгән мең эшҡыуарға үҫергә ярҙам итә, инвесторҙарҙың проекттарын оҙатып барыу буйынса ла уңайлы механизмдар ҡулланыла. Бюджет системаһын һалым менән тулыландырыу буйынса ла иҡтисади тотороҡлоҡ һаҡлана.
Ултырышта дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүҙә сервис моделе ҡараласаҡ, шулай уҡ һалым түләүселәрҙе теркәгәндә һәм һалым йөкләмәләрен башҡарғанда клиент мәнфәғәтен алға ҡуйыу буйынса фекер алышыу уҙғарыла. Федераль һалым хеҙмәте етәкселеге билдәләүенсә, һанлаштырыу процестары үҫешкән осорҙа халыҡ-ара кимәлдә тәжрибә уртаҡлашыу мөһим.



