Башҡортостанда ял көндәрендә 6 кеше һыуға батҡан

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанда 6 кеше һыуға батҡан. Өс кеше, шул иҫәптән бер бала ҡотҡарылған. Йылға-күл буйҙарында ял итергә яратыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәр менән беҙҙең ижади төркөм дә Өфө йылғаларында яр буйҙарын күҙәтте. Рейд хаҡында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Был урында Өфө йылғаһының ағымы көслө. Күпселек халыҡ ҡаршы ярға паром ярҙамында сыға. Кисә арьяҡта, рөхсәт ителмәгән урында һыу инеүсе 37 йәшлек ҡатын менән уның 10 йәшлек ҡыҙын көслө ағым алып китә. Яҡында ял итеүселәр ҡыҙ баланы ғына ярға сығарып өлгөрә. Әммә был урында фажиғә теркәлеүгә ҡарамай, халыҡ һаман бер үк тырмаға баҫа.

Полиция һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәре рөхсәт ителмәгән урында ял итеүселәргә һыу буйында үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында буклеттар тапшырҙы. Махсус йыһазландырылған пляжда ял итергә кәрәклеге хаҡында иҫкәртте.

3-6 июлгә тиклем республика һыу обьекттарында 7 һыуға батыу өсрағы теркәлде. Өс кешенең, шул иҫәптән бер баланың ғүмере ҡотҡарылды, ҡыҙғансыҡа күрә бер кеше һәләк булды

Елена Хөснөтдинова, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығының һыу объекттарында кешеләр хәүефһеҙлеге бүлеге етәксеһе

Өлкәндәр менән арғы ярға юлланыусы балалар иһә рөхсәт ителмәгән урында һыу инеү ғүмер өсөн хәүефле икәнлеге хаҡында хәбәрҙар булып сыҡты.

Ағиҙел ярындағы «Ҡояшлы» пляжы янында һыу инергә рөхсәт ителмәгән ерҙә ял итеүселәр иһә үҙҙәрен, беҙ ҡояшта ҡыҙынырға ғына килдек тип аҡланды.

Әммә ҡыҙғанысҡа күрә, рейдта ҡатнашыусылар йылға буйында ял итеүселәр араһында спиртлы эсемлек ҡулланыусыларға ла юлыҡты.

Уларға хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре иҫкәрмә яһаны һәм административ хоҡуҡ боҙоу тураһында акт төҙөнө.

Ҡояш ҡыҙҙыра башлау менән халыҡ күпләп йылға күл-буйҙарына юлланды. Өфөләге иң популяр пляжда ла ял итеүселәр бик күп. Әммә күпселек халыҡ һыу инергә рөхсәт ителгән урындан күпкә арыраҡ ҡуйылған иҫкәртеү таҡталары ҡуйылған, рөхсәт ителмәгән урында һыу инеүҙе, усаҡ яғыуҙы хуп күрә. Һыу буйындағы ял күңелһеҙ тамамланмаһын өсөн, рәхсәт ителгән пляждарҙа ғына ял итергә кәңәш итә белгестәр.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ