Үҙ һаулығынды ваҡытында ҡайғырт! Республикала 65 йәшкә еткән һәм унан өлкән граждандарға диспансер тикшереү айлығы башланды. Шулай уҡ быйылдан программа шарттары ла киңәйтелде. Сара «Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә йәшәүсе Анфиса Зарипова сирләгәндә түгел, профилактика өсөн дә поликлиникаларға мөрәжәғәт итә. Ошо рәүешле ул үҙенең һаулығын ҡайғырта. Диспансер тикшереү ваҡыты етһә, бигерәк тә, бөтә белгестәрҙе лә тиерлек үтергә тырыша.
Диспансеризация үтеү хәҙер тағы ла уңайлыраҡ: поликлиникаларҙа пациенттарҙы киске сәғәттәрҙә лә, шәмбе көндәрендә лә ҡабул итеү ойошторолған. Бынан тыш, июлдә республикала 65 йәшкә еткән һәм унан өлкән граждандар өсөн махсус айлыҡ иғлан ителде. Был сара һаулыҡты ваҡытында тикшереү мөмкинлеген арттырырға булышлыҡ итер, тигән теләктә белгестәр.
Әйткәндәй, айлыҡҡа бәйле, диспансеризация программаһы ла киңәйтелде. Бынан ары, пациенттар йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефен иртә асыҡлау өсөн дә тикшереү үтә ала.
Азат Ғәлиуллин



