Республика хужалыҡтары бесән әҙерләй

Республика хужалыҡтары  бесән әҙерләй

Шулай уҡ һутлы мал аҙығы туплана. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә 27 мең тонна бесән әҙерләнгән, 400 мең тоннаға яҡын сенаж һалынған. Мал башына яҡынса 4 центнер аҙыҡ берәмеге тупланған. Сенаж әҙерләү буйынса Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары алда бара-һәр береһендә 40 мең тоннанан ашыу һутлы мал аҙығы һалынған. Һуңғы көндәрҙең аяҙ тороуын иҫәпкә алып эш тиҙләтелгән.  Быйыл республикала һәр башҡа  28 центнерға яҡын мал аҙығы әҙерләү ҡарала.

Фото №1 - Республика хужалыҡтары  бесән әҙерләй
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ