Рәсәй йыйылма командаһы составында беҙҙең республиканан 27 спортсы һәм бер тренер сығыш яһай. Унда ат сабышы, милли көрәш, уҡ атыу, халыҡ уйындары һәм башҡа ярыштар була. Сарала 100-гә яҡын илдән 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары Ҡырғыҙстанда 31 августа башлана.





