Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн “Травмаларҙан һәм яраларҙан һуң реабилитация”, “Антистресс” проекттары булдырылған. Шифахана директоры Сергей Васильев белдереүенсә, һауыҡтырыу үҙәгендә 11 дауалау программаһы индерелә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн шарттар булдырыла.
“Асы” шифаханаһы Рәсәйҙең иң яҡшы 100 һауыҡтырыу учреждениеһы исемлегенә индерелгән.





