Октябрьскийҙа төнгө дауыл эҙемтәләре бөтөрөлә

Уҙған төндә ҡала ел-дауыллы йәшенле атмосфера фронты йоғонтоһонда ҡала. Дауыл ағастарҙы ауҙара, электр сымдары линияһы бағаналарына зыян килтерә, нефть колледжының ҡыйығын аҡтара.

Ҡаланың Мулла, Нарыш, Зәйет райондары, шулай уҡ Төньяҡ һәм Кувыкин урамдары электрҙың ҡала. Ут һүнеүе арҡаһында ҡаланың 12 юл киҫелешендә светофорҙар эшләмәй. Ваҡиға урынында авария бригадалары эшләй-энергетиктар электр тәьминәтен тергеҙә. Юл хеҙмәттәре юлдарҙы ауған ағастарҙан таҙартҡан. Әле автомобиль хәрәкәтенә юл асыҡ, йәмәғәт транспорты график буйынса йөрөй. Ҡала хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский барлыҡ оператив хеҙмәттәрҙе лә көсәйтелгән эш режимына күсергән.

Ғафури районы Антоновка ауылында яуған боҙборсаҡ үҫтерелгән уңышты һәләк иткән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, алдағы көндәрҙә Башҡортостанда эҫе, әммә ямғырлы һауа торошо һаҡлана. Селләнән һуң атмосфераға дымлы һауа массаһы килә. Эҫе, йәшенле һәм ямғырлы һауа торошо республикала аҙна аҙағына тилем дауам итә. Ҡойма ямғырҙар яуыуы, елдең тиҙлеге секундына 22 метрға етеүе көтөлә.

Белгестәр йәшен ваҡытында һыу инмәҫкә, һыу ятҡылыҡтарына яҡын бармаҫҡа һәм әлбиттә, кәмәлә йөрөмәҫкә кәңәш итә. Урамда саҡта көслө ел сыҡҡан осраҡта ер аҫты үткәүелдәрендә йәшероенергә йәки йорт подъездарына инеп торорға кәрәк.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ