Башҡортостан илдең «Хәүефһеҙлекте үҫтереү»бөтә Рәсәй кампанияһы башланған 40 төбәге иҫәбендә

Быйыл биш айҙа республиканың юлдарында 200-ҙән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Юл аша тәғәйен урында сыҡмаусы 16 кеше һәләк булған. Социаль проект юлдарҙы сыҡҡанда авариялар һанын кәметеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Кампания ноябргә тиклем дауам итәсәк. Акциялар мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында һәм автомәктәптәрҙә үтәсәк. Эшкә йәмәғәтселәр ҙә ҡушыла. Кампания «Тормош өсөн инфраструктура»милли проекты сиктәрендә үтә. Ойоштороусылар, бергәләп тырышҡанда ғына юлдарҙағы хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкин, тигән фекерҙә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ