Иглин районында көнсығыш славян байрамдарының береһе-Иван Купала үтте

Күркәм йолаға әүерелгән сарала республикала йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты. Байрам йыл һайын Ленинское ауылы янындағы быуа янында ойошторола. Тәүге тапҡыр ул уҙған быуаттың 90-сы йылдар башында уҙа. Тап ошо мәлдә республикала белорустарҙың «Спадчина» милли-мәҙәни үҙәге барлыҡҡа килә һәм ошо милләт вәкилдәре үҙҙәренең йолаларын һәм мәҙәниәтен әүҙем тергеҙергә тотона.

Иван Купала башта ауыл, һуңынан район, ә хәҙер республика кимәлендә билдәләнә. Байрамда сауҙа рәттәре һәм төрлө күңел асыу майҙансыҡтары эшләне. Ҡунаҡтар төрлө халыҡтарҙың аш-һыуынан ауыҙ итте.

Иван Купала байрамында ҡояш байығанға тиклем һыу ҡойоноп сығыу, шулай уҡ сәскә тажын үреү байрамдың мотлаҡ талабы булып һаналған. Йола буйынса йәш ҡыҙҙар гөлләмәне һыуға төшөрә һәм изге теләктәр әйтә. Уттан төрлө тамашалар байрамдың төп ваҡиғаһына әйләнде. Сара усаҡ тирәләй ҙур хоровод менән тамамланды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ