Башҡортостан «Иннопром» күргәҙмәһендә төбәк-партнер булды

Башҡортостан Екатеринбургта барған «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә республика предприятиеларының бай потенциалы менән таныштыра һәм яңы үҫеш нөктәләрен билдәләй. Сәнәғәткә бығаса булмаған санкциялар баҫым яһай. Әммә беҙҙең бурыс-бирешмәү генә түгел, ә позицияларҙы нығытыу, тағы ла көслөрәк булыу. Шуға ла үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр асабыҙ һәм алға табан барабыҙ,-тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы «Иннопром» күргәҙмәһе темаһы «Индустрия 360: сикһеҙ производство» тип атала. Экспозиция «Екатеринбург-Экспо» халыҡ-ара күргәҙмә үҙәгенең дүрт павильонында 50 мең квадрат метр майҙанды биләй. Быйыл Башҡортостан-«Иннопром»дың төбәк-партнеры. Республикабыҙ бында кооперация һәм сәнәғәт инновациялары менән таныштыра.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ