Бөгөн төштән һуң Өфөлә эре боҙборсаҡ яуҙы. Уның артынса йәшенләп ямғыр ҡойҙо. Боҙборсаҡтың ҙурлығы урыны менән 30 миллиметрға, йәғни бүҙәнә йомортҡаһына еткән. Шунлыҡтан күп кенә машиналарҙың сигналдары ҡабына, хатта ҡайһы бер транспорт сараларының тәҙрәләре сатнай. Ҡала урамдарында йылғалар хасил булып, уйһыу урындар һыу менән тулды. Белгестәр билдәләүенсә, бындай метеорологик күренеш беҙҙең төбәк өсөн бик үк хас түгел. Боҙлауыҡ, әлбиттә, яуа, әммә ҙур түгел. Бөгөнгө хәлгә атмосфералағы бик интенсив конвектив процестар сәбәпсе булыуы мөмкин.



