Башҡортостандың милли музейында билдәле скульптор Мәүлитбай Хәлиловтың шәхси күргәҙмәһе асылды

Экспозиция оҫтаның ҡатыны Татьяна Викторовнаның яҡты иҫтәлегенә арналған. Кисә ҡунаҡтары авторҙың ҙур ижади диапазонын баһалай алды. Унда гипстан, граниттан, мәрмәрҙән, ағастан һәм ҡағыҙҙан эшләнгән скульптуралар ҡуйылған. Мәүлитбай Рамаҙан улы билдәләүенсә, был эштәр ҡайнар мөхәббәттән тыуған һәм ул ижади эшмәкәрлеккә ниндәйҙер кимәлдә йомғаҡ яһай.

Сараның рәсми өлөшөнән һуң Мәүлитбай Хәлилов автор экскурсияһын үткәрҙе. Уның скульптуралары Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте хаҡында һөйләй, һәр эшендә тәрән фәлсәфә ята. Күргәҙмә 2 августҡа тиклем эшләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ