Яһалма зиһен ярҙамында тормошҡа ашырылған бизнес. Өфөнән Эдуард Яҡшыбаев йылдан ашыу заман алымы ҡулланылған футболкалар етештерә. Маркетинг башлыса сарафан радиоға ҡоролған. Рекламаға мохтаж түгел, халыҡ үҙе таба. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Заманса алым менән күптән түгел мауыға башлаған Эдуард Яҡшыбаевтың ижади эштәрен бөгөн күптәр танып белә. Уның маркетингы сарафан радиоға ҡоролған. Тауарҙар ҙа шул уҡ тиҙлек менән һатыла. Әле лә заказдар бик күп.
Әйткәндәй, футболкаларға төшөрөлгән һүрәттәр тулыһынса яһалма зиһен тарафынан башҡарылмай. Әлегә ул милли үҙенсәлекте танып бөтмәй. Шуға ла Эдуард Яҡшыбаев үҙенең һөнәри белеменә таянып эш итә.
Эдуард Яҡшыбаев башлаған эшендә туҡтап ҡалырға теләмәй. Ижади эҙләнеүҙәр өҫтөндә.
Азат Ғәлиуллин



