Баймаҡ районының Ғәҙелша ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы үтте

Баймаҡ районының Ғәҙелша ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ғәҙелша-Ирәндек итәгенең бик матур урынында, Төйәләҫ йылғаһы буйында урынлашҡан, Моҡас ауыл Советына ингән ауыл була. Ҡасандыр тап ошо ерҙәрҙә тормош ҡайнап торған. Ауылға нигеҙ һалыныуына 240 йыл тулыуға арналған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамында сығышы менән ошо төбәктән булғандарҙың балалары, ейәндәре һәм бүләләре осрашып күреште. Улар бәләкәй тыуған ере менән бәйләнеште яңынан тойҙо һәм бергәләп бала саҡты иҫкә төшөрҙө.

Ғәҙелшаның тарихына туҡталһаң XIX быуаттың 30-сы йылдарында был ерҙәрҙә алтын табыла. Ғәҙелша ауылы халҡы ошо эш менән шөғөлләнә башлай. 1861 йыл башына, Солтан, Худолаз, Анненка алтын приискалары эшләй. Ауыл тулыһынса тиерлек старателдәр ауылына әүерелә. Хаммат Сафин Ғәҙелша ауылында берҙән-бер йортонда ҡалып йәшәүсе була, һәм иң һуңғыһы булып улда күсенә.

Ата-бабаларының ауылы күптән бушап ҡалһа ла, был ауылда тыуғандар әле лә үҙ төйәген ташламай. Сара барышында ауыл тураһында хәтерҙе һаҡлауға ҙур өлөш индергәндәргә, уның исемен мәңгеләштерергә һәм Ғәҙелша ауылының мәңгелек йортон тәртипкә килтерергә ярҙам иткәндәргә рәхмәт хаттары тапшырылды.

Ғәҙелша шарлауығы менән дан тотҡан ауыл күптән инде юҡ, әммә унан ситтә йәшәүсе ауылдаштар, тыуған төйәгенең тарихын һаҡлау өсөн барыһын да эшләй. Һәр ғаилә үҙ шәжәрәһен өйрәнә, киләсәк быуынға тапшыра, китаптар баҫтырыла. Бындай матур байрамдар үтеп торғанда Ғәҙелша ауылы һәм уның халҡы тураһында хәтер оҙаҡ йылдар нәҫелдәр йөрәгендә йәшәйәсәк әле.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ