Екатеринбургта уҙған “Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмәһендә Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы рейтингына йомғаҡ яһалды. Республика дөйөм федераль иҫәптә дүртенсе һәм Волга буйы субъекттары араһында беренсе урын алды. Шулай уҡ Башҡортостан Алтай Республикаһы сәнәғәтен үҫтереүҙә ярҙам иткәне өсөн “Иң яҡшы остаз” номинацияһында махсус приз менән бүләкләнде. Республиканың тағы бер ҡаҙанышы - дронлаштырыу милли рейтингының юғары А категорияһында өсөнсө урын яуланы. Рейтинг төбәктәрҙең ауыл хужалығынан алып логистикаға һәм инфраструктура мониторингына тиклем иҡтисадҡа пилотһыҙ системалар индереүен баһалай. Республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров:
“Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмәһендә мөһим килешеү төҙөлдө. 2027 йылда Башҡортостан 3-сө Бөтә Рәсәй сәнәғәтте үҫтереү төбәк фондтарының конгресын ҡабул итә.





