Радий Хәбиров бөгөн республиканың яңы прокуроры Иван Грибов менән осрашты

Радий Хәбиров бөгөн республиканың яңы прокуроры Иван Грибов менән осрашты

Башҡортостан башлығына  уны Рәсәй генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин тәҡдим итте. "Иван Владимирович тәжрибәле етәксе. Уның килеүе менән республика прокуратураһы яңы уңыштарға өлгәшер, тип иҫәпләйем. Ведомство башлығы алдында торған төп бурыс — коллективтың эшен, власть органдары һәм халыҡ менән үҙ-ара эш итеүҙе ойоштороу. Бөтә сараларыбыҙ төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтеләсәк", - тип билдәләне Николай Шишкин. Республика башлығы яңы прокурорҙы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм уға хеҙмәт эшмәкәрлегендә уңыштар теләне. "Башҡортостан – ҙур, күп милләтле төбәк. Алда бурыстар күп, уларҙың иң мөһиме — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Бынан тыш, иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең тотороҡло эшләүе өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ, милли проекттарҙы һәм башҡа федераль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашабыҙ, — тине Радий Хәбиров.  Республика башлығы Ведомствоның яңы етәксеһен тәғәйенләү уңайынан Башҡортостан прокуратураһы кәңәшмәһендә лә ҡатнашты. Николай Шишкин Иван Грибовты коллективҡа тәҡдим итте һәм эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Үҙ сиратында Иван Грибов республика менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүгә һәм ведомство алдында торған бурыстарҙы уңышлы хәл итеүгә ышанысын белдерҙе.

Фото №1 - Радий Хәбиров бөгөн республиканың яңы прокуроры Иван Грибов менән осрашты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ