Бөгөн илдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Бөгөн илдә  Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Башҡортостанда төп саралар Бөрөлә уҙа.  Ҡалала Ғаилә фестивале ойошторолдо. Унда  оҙаҡ йылдар татыу йәшәгән ғаиләләрҙе тәбрикләнеләр. 3 ғаилә “Ата- әсәлек даны” орденына лайыҡ булды, 9 ғаиләгә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалы тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Кушнаренко районынан  Лира һәм Рузалим Кадыровтар ҙа бар. Ата-әсәйебеҙ беҙгә тормошто яратырға өйрәтте, ти ҡыҙҙары Әлфиә Арыҫланова.

Бөгөн илдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Дүртөйлө районынан Ләлә һәм Рәшит Фәтхетдиновтар ҙа “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалына лайыҡ булды.

Бөгөн илдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Ҡаланың Ленин исемендәге скверҙа интерактив майҙансыҡтар, рәссамдар аллеяһы, ижади оҫтаханалар булдырылды. Октябрь майҙанында кәсепселәр йәрминкәһе, аҙыҡ-түлек фестивале, күргәҙмә һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы.

Фото №1 - Бөгөн илдә  Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ