Сәнәғәткә бығаса булмаған санкциялар баҫым яһай. Әммә беҙҙең бурыс-бирешмәү генә түгел, ә позицияларҙы нығытыу, тағы ла көслөрәк булыу. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Сәнәғәт үҫеше өсөн яңы мөмкинлектәр асыуҙа федераль финанслау институттарының өлөшө ҙур. Берлектәге хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә һуңғы биш йылда Сәнәғәтте үҫтереү фонды дөйөм алғанда 52 миллиард һум күләмендә инвестициялар йүнәлткән. Барлығы 240 проект финансланған. Ташламалы займдар предприятиеларға яңы производстволар асырға, ҡорамалдарҙы яңыртырға һәм продукция етештереүҙе арттырырға мөмкинлек биргән. Шулай итеп Башҡортостан илдә иң үҫешкән сәнәғәт инфраструктураларының береһен булдыра. Республика яңы производстволар урынлаштырыу өсөн майҙансыҡтар селтәрен эҙмә-эҙлекле киңәйтә. Бөгөн төбәктә 14 индустриаль парк, 20 технопарк һәм 31 сәнәғәт кластеры эшләй. Сәнәғәт кластерҙары һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урынды биләй, индустриаль парктарҙы һәм технопарктарҙы үҫтереү буйынса лидерҙар иҫәбенә инә.



