Башҡортостан Мәскәү Һабантуйында милли мәҙәниәтен һәм традицияларын күрһәтте

Мәскәүҙең Коломенское музей-ҡурсаулығы төрлө милләт вәкилдәрен бер майҙанға йыйҙы. Бында халыҡсан байрам һабантуй уҙҙы. Быйыл 38-се тапҡыр ойошторолған байрам тамашаһына 250 меңдән ашыу кеше килде. Дуҫлыҡ һәм халыҡтар берҙәмлеге сараһынан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Мәскәү һабантуйы-изге йолаларға, шатлыҡ һәм йылы хис-тойғоларға үрелгән байрам. Милли нағыштар менән биҙәлгән төп майҙанға ҡунаҡтар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Рәсәй геройҙары, донъя чемпиондары, аҡһаҡалдар йыйылды. «Милли байрам һабантуй илебеҙ ҡалҡаны булған ҡаһарман Рәсәй хәрбиҙәре ярҙмында байрам ителә.» Ойоштороу комитеты рәйесе Фәрит Фәрисов сығышынан һуң һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.

Илһөйәрлек рухында башланған байрам быуындар бәйләнеше көсөн, Ватанға хеҙмәт итеү традицияларының мөһимлеген сағылдырҙы.

Берҙәмлектә беҙҙең көс. Беҙ бер ҡасан да еңелмәйәсәкбеҙ. Был берҙәмлек быуаттар буйы дауам итә.

Светлана Ишморатова, Биатлон буйынса ике тапҡыр Олимпия, биш тапҡыр Донъя чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәбрик һүҙҙәре тантананың төп өлөшө булды. Һабантуйҙа ҡатнашыусыларға йылы һүҙҙәр тыуған яҡтарынан алыҫ йәшәгән һәм эшләгән яҡташтарға айырым иғтибар билдәһе булып яңғыраны.

Байрамдың рәсми өлөшөндә Мәскәүҙә мәҙәниәт һәм медицина өлкәһендә фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәтеүсе яҡташтарға дәүләт наградалары тапшырылды.

Ейәнсура районы әҙерләгән башҡорт этноауылы мәртәбәле һабантуй ҡунаҡтарын «Урал Батыр» эпосы геройҙарын йәнләндергән интерактив майҙансыҡта ҡаршыланы.

Батырҙар таһыллыҡта, көстә, мәргәнлектә майҙан тотто. Балалар өсөн үҫеш уйындары, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Ошонда уҡ «Аҡбуҙат»балалар журналына яҙылырға мөмкин ине.

Байрам ҡунаҡтары һәм мәскәүҙәр Ватанды һаҡлаусылар батырлығын сағылдырған республика Хәрби Дан музейы майҙансығы менән танышты, алғы һыҙыҡтағы һалдаттарҙы Еңеүгә ҡанатландырған хат-сәләмдәр яҙҙы.

Мәскәү һабантуйының иң иҫтәлекле мәле Башҡортостан баҫыуҙарында йыйылған игендән «халыҡтар берҙәмлеге Һәм дуҫлығы икмәге» бешереү мәле. Теләгән һәр кем был акцияға үҙ өлөшөн индерә алды.

Ейәнсура шәле, башҡорт балы, милли кейем өлгөләре, күҙҙең яуын алып торған аҫалы балаҫтар... Улар менән халҡыбыҙҙың йәшәйешен, рухи байлығын кәүҙәләндергән тирмәләрҙә танышырға мөмкин ине.

Еңеүҙе яҡынайтыуға, телде һаҡлауға, мәҙәни, спорт саралары аша әүҙем эш алып барыусыларға

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова рәхмәт хаттары һәм миҙал тапшырҙы.

Мәскәү Һабантуйының төп сәхнәһендә «Бишбармаҡ»оркестры сығыш яһаны. Тыуған моңдарҙы танһыҡ иткән тамашасы Вәсил Ғафаровҡа ҡушылып йырланы, бейергә төштө.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары сығышын да тамашасы көслө алҡыштарға күмде. Милли традицияларға һаҡсыл ҡарашы, хисле моңдары менән башҡорт мәҙәниәтенең матурлығын һаҡлап алып ҡалғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Коломенское музей-ҡурсаулығында ойошторолған һабантуйҙа Башҡортостан шифаханаларында ял итеү өсөн юлламалар ҙа уйнатылды. Дуҫлыҡ, берҙәмлек байрамы һабантуйҙан халыҡ рух күтәреңкелеге, ыңғай тәьҫораттар алды.

Илебеҙбашҡалаһы Мәскәүҙә уҙған һабантуй милли йолалар, ғөрәй-ғәҙәттәр аша Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген, дуҫлығын сағылдырҙы. Беҙ берҙәм һәм татыу булғанда илебеҙ ҡеүәтле, ә Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ