Рәсәй спортсылары донъя аренаһына ҡайта! Халыҡ-ара олимпия комитеты ватандаштарыбыҙға ҡарата санкцияларҙы ғәмәлдән сығарҙы. Бындай ҡарар Рәсәй Спорт министрлығының менән Олимпия комитетының эҙмә-эҙлекле юридик һәм дипломатик эш һөҙөмтәһе. Спорттың бөтөнлөгөн тергеҙеү процесы Владимир Путин ҡушыуы буйынса үткәрелә. Шулай итеп Рәсәй йыйылма командаһына быйыл көҙ Сенегалда Рәсәй флагы аҫтында үҫмерҙәр олимпия уйындарында, шулай уҡ 2028 йылда Америкала уҙасаҡ йәйге олимпия уйындарына һайлап алыу этабында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелде.



