Башҡортостан сәйәси кампанияға әҙерләнә

Башҡортостан сәйәси кампанияға әҙерләнә

18 сентябрҙән 20-нә тиклем илдә Дәүләт Думаһына һайлауҙар үтә.   Шулай уҡ республика халҡы Өфө ҡала советына, Урал аръяғы округы буйынса Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайына, 38 райондағы үҙидара вәкилдәренә өҫтәмә тауыш бирә. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов һөйләй:

Башҡортостан сәйәси кампанияға әҙерләнә

Агитация кампанияһы 22 августа башлана һәм 18 сентябргә тиклем дауам итә. Тынлыҡ көндәре ҡаралмаған. Һайлауға нейроселтәрҙәр файҙаланыу ҡағиҙәһе билдәләнгән. Уйлап сығарылған персонаждарҙы һәм үлгән кешеләрҙең һүрәттәрен ҡулланырға ярамай. Кандидаттан башҡа шәхестәрҙең һүрәте уларҙың яҙма ризалығы менән ҡулланыла ала. Дөйөм талаптар, шарттар үҙгәрешһеҙ ҡала.

Фото №1 - Башҡортостан сәйәси кампанияға әҙерләнә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ