Учалы районында «Урал батыр эҙҙәре буйлап» фестивале үтте

Программа бай һәм халыҡсан итеп ойошторолдо. Фестивалдә ҡатнашҡан Учалы районы фольклор коллективтары бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелде. Урал батыр эпосы буйынса театрлаштырылған постановкалар һәм музыкаль номерҙар менән сығыш яһаны. Әүҙем ял яратыусылар өсөн традицион уҡтан атыу, суҡмар ырғытыу һәм башҡа халыҡ уйындары ойошторолдо. Һөнәрселек һәм халыҡ сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Халыҡ кәсептәре изделиелары һәм сувенирҙарҙы етештереүселәр күргәҙмә ойоштороп үҙҙәре етештергән тауарҙарҙы тәҡдим итте.

Эш сәфәре барышында Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова һәм республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина Учалы үҙәк район китапханаһына барҙы. Учреждениеның йыһазландырылыуы һәм китап фонды менән танышты.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ