Унда төрлө төбәктәрҙән 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Йыл һайын ойошторолған турслетты мөмкинлектәре сикләгәндәр көтөп ала. Сөнки тәбиғәт ҡосағына сығыу йәшәүгә көс һәм дәрт бирә. Спортсылар бер нисә дисциплинала: йәйәүле туризм техникаһы, катамаранда уҙышыу, коляскала велотуризм һәм урынды билдәләү йүнәлешендә көс һынашты. Шулай уҡ ижади конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, иң яҡшы ашнаҡсы исеменә ярыштар үтте. Ойоштороусылар турслет өсөн уңайлы лагерь ҙа әҙерләгән. Спорт туризмы өлкәһендәге профессиональ судьялар командаһы ике көн дауамында ҡатнашыусыларҙың оҫталығын баһаланы. Ярыш йомғаҡтары буйынса тәүге өс урынды Әбйәлил, Белорет һәм Благовещен командалары бүлеште.



