Йәш белгестәргә тәжрибәле табиптар беркетелә. Медицина колледжын һәм юғары уҡыу йортон тамамлауысылар остазлыҡ осорон үтә. Был йәш белгескә һөнәри оҫталыҡты үҙләштерергә, эшкә тиҙерәк яраҡлашырға, алған белемде нығытырға мөмкинлек бирә. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт килешеүе төҙөлә, эш хаҡы күләмле шарттар исемлегенә ярашлы билдәләнә. Тәжрибә уртаҡлашыусы табиптарға өҫтәмә аҡса түләнә.
Республика медицина колледждарын быйыл 3 мең ярым студент тамамланы. Уларҙы эш урындары менән тәьмин итеү төп бөрыстарҙың береһе.
Остазлыҡ – йәш табипҡа мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеү. Был медицина өлкәһендә айырыуса мөһим. Киләсәктә хаталарға юл ҡуймау, ышаныслы аҙымдар менән Гиппократ антына тоғро ҡалыу – һәр табиптың изге бурысы. Хәбәрсебеҙ Динара Сафина яҙмаһы.





