Башҡортостан һәм Үзбәкстан туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерә

Башҡортостан һәм Үзбәкстан туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерә

Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында ике республика араһында был өлкәлә хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә арналған матбуғат конференцияһы үтте. Осрашыу барышында Башҡортостан халҡы өсөн Үзбәкстандың тарихи һәм мәҙәни үҙәктәренә турҙар ойоштороу,  Үзбәкстан туристары өсөн Башҡортостандың тәбиғи ҡомартҡыларына, шифахана-курорт комплекстарына һәм этно-турҙарға иғтибар йүнәлтеү мәсьәләләре ҡаралды. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева әйтеүенсә, 60-ҡа яҡын килешеү ике төбәктә лә туризм индустрияһын үҫтереүгә йүнәлтелә.

Башҡортостан һәм Үзбәкстан туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерә

Яңы туристик программалар, шул иҫәптән социаль әһәмиәткә эйә булған проекттар тураһында ла килештек”, - ти “Хазина-тур" туроператоры етәксеһе Комил Сиразетдинов.

Башҡортостан һәм Үзбәкстан туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерә


Ике республика араһындағы тура авиабәйләнеш үҙ-ара сәйәхәттәрҙе үҫтереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Киләсәктә  хеҙмәттәшлек нығыныр һәм ике төбәк халҡы өсөн яңы, ҡыҙыҡлы ял итеү мөмкинлектәре булыр, тип көтөлә.

Фото №1 - Башҡортостан һәм Үзбәкстан туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ