Башҡортостан менән Үзбәкстан туристик хеҙмәттәшлекте киңәйтә

Үзбәкстан яҡынлаша. Ике республика туроператорҙары араһында 60-тан ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылған. Өфөлә Үзбәкстанға мәғлүмәти-белем алыу сәфәре һөҙөмтәләре буйынса матбуғат конференцияһы үтте. Туристик бәйләнештәрҙе нығытыу, үҫтереү һәм артабанғы диалог мәсьәләләре тикшерелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан делегацияһының эш сәфәре уҙған айҙа ойошторолғайны. Уның һөҙөмтәләре буйынса 8 туроператор ике төбәккә сәфәр ойоштороу менән шөғөлләнәсәк. Шулай уҡ киләсәктә берлектәге маршруттар һәм промо-компаниялар әҙерләнәсәк. Яҡын арала Башҡортостан туризмы менән танышыу өсөн Үзбәкстан делегацияһы килеүе көтөлә.

Республика халҡына ҡыҙыҡлы булған, беҙҙе ҡабул иткән, аңлашыуға һәм ышанысҡа ҡоролған, шул иҫәптән социаль-иҡтисади мөнәсәбәттәр булдырылған илдәргә сәйәхәт итеү мөмкинлеген булдырыу мөһим. Был йәһәттән Үзбәкстан ике яҡ өсөн дә отошло партнерҙарҙың береһе.

Светлана Верещагина, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры

Әйткәндәй, Башҡортостан транспорт инфраструктураһын үҫтереү рейтингында Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урынды биләне. Эксперттар федераль трассаларҙы, ҡала электротранспортын, шулай уҡ пассажирҙарҙы тимер юл һәм авиация менән ташыуҙы билдәләп үтте. Өфө халыҡ-ара аэропорты иң эре ун аэропорт исемлегенә инде. Хәҙер Башҡортостандың баш ҡалаһынан Сухум, Аҡтау, Бохтар һәм Владикавказ ҡалаларына барып етергә мөмкин. Минск менән киләсәктә даими авиабәйләнеште тергеҙеү планлаштырыла. Республика тимер юл пассажирҙар ташыу күләме буйынса ла артта ҡалмай. Төп йүнәлештәрҙе бөгөн «Ҡарлуғас» һәм «Финист» поездары хеҙмәтләндерә. Юл ваҡыты ла ҡыҫҡарҙы, салондар ҙа бик уңайлы. Һамарҙан тыш, яңы поезда Силәбе, Ырымбур һәм Белорет ҡалаһына ла барып етергә мөмкин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ