Әбйәлилдә алтын, зөбәржәт һәм гәүһәр туйҙарын билдәләгән ғаиләләрҙе тәбрикләнеләр

Әбйәлилдәр Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн сағыу һәм күләмле саралар менән билдәләне. Районда оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙар өсөн ЗАГС-та тәбрикләү тантанаһы, Асҡар ауылында асылған яңы объекттар һәм «Урал батыр» этнокомплексына экскурсия уҙғарылды, байрам табыны ойошторолдо. Юбилярҙарға иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырылды. Алтын, зөбәржәт һәм гәүһәр туйҙарын биләдәләгән парҙарға байрамды Әбйәлил эшҡыуарҙар берлеге ойошторған. Изге теләктәр һәм йыр-моң менән һуғарылған ғаилә көнөнән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Загс залында моңло йырға парҙар өйөрөлә. Әммә яңы ғына сәстәрен сәскә бәйләгән йәштәр түгел. Тормош һынауҙарын бергә үткән, балалар үҫтергән, һөйөнөсөн дә, көйөнөсөн дә ҡулға-ҡул тотоноп кисергән парҙар. Улар араһында алтын туйҙарын билдәләгәндәр ҙә, 55, 60 йыл бергә тормош көткәндәр ҙә бар. Ойоштороусылар бәхетле парҙарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы, изге теләктәрен еткерҙе. Юбилярҙар иһә танышҡан-ҡауышҡан саҡтарын иҫкә алды, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Оло быуын вәкилдәренә иғтибар, хәстәр өсөн рәхмәт белдерҙе. Любовь һәм Владимир Павлюковичтар зөбәржәт туйҙарын билдәләй, улар Әбйәлилдең иң абруйлы һәм өлгөлө ғаиләләренең береһе.

Юбилярҙар өсөн Әбйәлил районында быйыл сафҡа индерелгән Дан аллеяһына, «Ватан-әсә саҡыра» һәйкәленә экскурсия ойошторолдо. Байрамдың төп өлөшө «Урал батыр» этнокомплексында үтте. Сараны уҙғарыу урыны итеп тап ошо биләмәне һайлау осраҡлы түгел. Фонтан уртаһындағы аҡҡоштар оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән бәхетле парҙарҙың символы һымаҡ.

Әбйәлил районы эшҡыуарҙар берлеге социаль йүнәлештә уңышлы һәм һөҙөмтәле эш алып бара. Улар Салауат ауылындағы хосписҡа, Рауил ауылындағы балалар йортона, физик мөмкинлеге сикләнгәндәргә һәм аяуһыҙ тормош һынауына дусар булғандарға ярҙам итә. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә эшҡыуарҙар юбиляр ғаиләләр өсөн күңел байрамы ойошторорға хәл иткән. Ҡунаҡтар саранан ҡәнәғәт ҡалды.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, өлгөлө, матур ғаиләләр районыдың күрке, байлығы хазинаһы. Кешегә төп рухи ҡиммәттәр, эшһөйәрлек, илһөйәрлек тойғолары тап ғаиләлә һалына. Шуға күрә лә оҙаҡ йылдар тигеҙ, татыу ғүмер иткән парҙар иғтибар үҙәгендә булырға, үҙҙәренә хөрмәтте тойорға тейеш. Был ғаиләләр йәш быуын өсөн дә өлгө булып тора.

Р.Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ