Учалы районында тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләре бөтөрөлә

Көслө дауыл кисә киске сәғәт 7-се яртылар тирәһендә Өргөн ауылында теркәлгән. Ваҡиға шаһиттары төшөргән видеояҙмаларҙан күренеүенсә, ҡап-ҡара төҫтәге ҡойон күлдән бейеккә күтәрелә.

Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә ауыл ваҡытлыса утһыҙ ҡала, 8 өйҙә газ һүнә, бер нисә ҡыйыҡ зыян күрә. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ. Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов әйтеүенсә, әле йорттарҙың күбеһе электр менән тәьмин итеүгә тоташтырылған. Тергеҙеү эшен тиҙләтеү өсөн бөгөн ярҙамға Белорет һәм Әбйәлил райондарынан өҫтәмә көстәр-электр селтәрҙәренең авария бригадалары, техника һәм белгестәр килгән. Һыу, элемтә, газ менән тәьмин итеүҙе тергеҙеү, сүп-сар йыйыуҙы ойоштороу мәсьәләләре контролдә тотола. Коммуналь һәм авария бригадалары өҙлөкһөҙ һәм бер ниндәй ҙә сикләүҙәрһеҙ эшләй алһын өсөн ауылда «Юғары әҙерлек» режимы индерелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ