Интернет киңлектәрендә Өфөнөң Сергей Аксаков мәҙәниәт һәм ял паркындағы күл тирәләй бәхәс тыуҙы

Һыу ятҡылығының ҡарауһыҙ, ләм менән ҡапланыуы, аҡҡош-өйрәктәрҙең насар хәлдә булыуы тураһындағы хәбәр фотолар аша таралған. Беҙҙең ижади төркөм ваҡиға урынын барып күрҙе. Битараф ҡалмаусыларҙың шелтәһенән һуң, күл яуаплылар тарафынан таҙаланған. Ҡоштарҙы ашатыуҙы тыйған яҙыуҙар, ярмалар ҡатнашмаһы тултырылған махсус автоматтар ҡуйылған. Әйткәндәй, орнитологтар ҡоштарҙы икмәк ашатыуҙы тыя.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ