Стәрлетамаҡ районында махсус хәрби операция яугирҙарының ғаиләләре менән осрашыу үтте

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина менән Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рита Сәмиғулллина махсус хәрби операцияла һәләк булыусы яугирҙарҙың ғаиләләре һәм хәрби бәрелештәр ветерандары менән осрашты.

«Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡханаһы» клубы форматында үткән осрашыуға махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған Алексей Авазов, Владимир Сараев, Радик Шәрәфиев һәм Иван Захаровтарҙың ғаиләләре килде. Геройҙарҙың туғандарына Батырлыҡ өсөн ордены һәм Генерал Шайморатов миҙалдары тапшырылды. Юғары наградалар батырҙарға һәләк булғандан һуң, хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн тапшырылды. Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, яугирҙарҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү, ветерандарға тыныс тормошҡа яраҡлашыуҙа терәк булыу-«Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының төп бурыстары.

Стәрлетамаҡ районы халҡы махсус хәрби операция башланған көндән алып еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индерә-гуманитар ярҙам йыйыу һәм ошо йүнәлештәге башҡа сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Яҡташтар шулай уҡ һуғыштан ҡайтҡан ветерандарҙы ла яңғыҙ ҡалдырмай. «Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡханаһы проекты» ветерандарға психологик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ