Ижадын һәм ғилми эҙләнеүҙәрен Салауат Юлаевҡа арнаған шәхес. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, күренекле ғалим Мирас Иҙелбаевтың ижад кисәһе үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҙыусы Мирас Иҙелбаевтың «Бар ғүмерен Салауатҡа бағышлаған шәхес» исемле ижад кисәһендә ҡатыны-шағирә Гөлфиә Юнысова, талантлы композитор Урал Иҙелбаев, шулай уҡ яҙыусының туғандары, яҡындары, ауылдаштары һәм әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.
Мирас Иҙелбаев Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында тыуып үҫә. Уны бәләкәйҙән әҙәбиәт үҙенә тарта. Шәхес тыуған яғынан илһам алып, күп кенә әҫәрҙәр ижад итә һәм ғилми хеҙмәттәр өҫтөндә эшләй. Бөгөн ул үҙ районының ғына түгел, бөтә Башҡортостан ғорурлығына әйләнгән.
Мирас Иҙелбаев Баймаҡта үткән ижад кисәһендә тыуған яғына бәйле тойғолары менән бүлеште, ғилем һәм әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары хаҡындағы һорауҙарға яуаптар бирҙе. Ҡыҫҡаһы, осрашыу йылы, эшлекле мөхиттә үтте.



